Илдә Яңы йыл каникулын ике аҙнаға оҙайтырға тәҡдим ителде

“Рәсәй Коммунистары” партияһы ошондай тәҡдим менән сыҡҡан. Яңы йыл каникулын 24 ғинуарғаса оҙайтыу коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы хәлде көйләргә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй башланғыс авторҙары. Дәүләт Думаһында аңлатыуҙарынса, һәр төбәк йоғошло сир шарттарында ниндәй сикләү индереүҙе үҙ аллы хәл итә ала. Шул иҫәптән Яңы йыл каникулын оҙайтырға йәки элеккесә ҡалдырырға хоҡуҡлы. Әйткәндәй, Мәскәү етәкселеге Яңы йыл байрамында күмәк халыҡ ҡатнашлығында байрам сараларын үткәрмәҫкә ҡарар иткән. Илебеҙ баш ҡалаһында 15 ғинуарға тиклем өҫтәмә сикләүҙәр индерелгән.