Халыҡ-ара умартасылар конгресы 2021 йылдың сентябредә Өфөлә үтергә тейеш ине. Ҡатмарлы эпидемиологик шарттар сәбәпле Апимондия башҡарма комитеты ултырышында йыйынды кисектереп торорға ҡарар ителгән. Халыҡ-ара умартасылар конгресы дүрт йылға бер ойошторола. 2017 йылда Истамбул форумы барышында эстафета Рәсәйгә тапшырылды. Конгресс барышында шулай уҡ “АпиЭкспо” тигән ҙур күргәҙмә уҙғарыла.