Байҙар күберәк һалым түләй

Дәүләт Думаһы Һалым кодексына үҙгәреш ҡабул ителде. Уға ярашлы, йылына 5 миллион һумдан күберәк табыш алғандар 15 процент һалым түләй. Әле ябай граждандарға физик шәхестәр килеменә һалым, йәғни, НДФЛ 13 процент менән билдәләнгән. Депутаттар юғарыраҡ түләүҙән килгән табышты ауыр һәм хроник сирле балаларҙы дауалау өсөн тотонорға тәҡдим итә. Эксперттар фекеренсә, юғарыраҡ һалымдан киләһе йыл бюджет 60 миллиард һумға тулыланырға тейеш.