“Табиптар ковидҡа ҡаршы”

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә “Табиптар ковидҡа ҡаршы” тип аталған онлайн конференция үтә. Уның барышында  халыҡ  табиптарға коронавирусҡа бәйле һорау бирә ала. Яуаптарҙы “ҡыҙыл зонала” эшләүсе белгестәр ҡайтара. Трансляция бер сәғәттән башлана. Уны партияның ютуб каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға була.