Ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Республика фермерҙары үҫтергән йәшелсә-емеште баш ҡаланың Йәшел сауҡалыҡ, Киров, Ленин, Орджоникидзе райондарында алырға була. Йәрминкәләр сәғәт 10-дан 16-ға тиклем эшләй. Битлек һәм бирсәткәлә булыу мотлаҡ.