Йодалы препарат урынына – углерод диоксиды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары атеросклерозға операция яһағанда яңы алым ҡуллана башлаған. Йәғни, элек тамырҙар комьютер аша үтәнән-үтә күренеп торһон өсөн йодалы шыйыҡса индерелһә, хәҙер углекислоталы газ. Заманса технологияның өҫтөнлөктәре хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Табиптар өсөн был ғәҙәти операция. Әлеге заманда атеросклероз, йәғни ҡан тамырҙарының тығылыуы йыш осрай. Тик был юлы әмәлиәт заманса технологияға нигеҙләнеп эшләнә. Тамырҙар буйлап йод шыйыҡсаһы түгел,  углерод диоксиды, ябай тел менән әйткәндә углекислоталы газ ебәрелә.

Тамырҙарға операция ювелирҙарға ғына хас нескәлек менән,  нәҙек оҙон хирургия бысаҡтары ярҙамында яһала. Әмәлиәт компьютер аша күҙәтеп барыла. Ҡан артериялары киңәйтелеп, төйөндөр таҙартылғандан һуң инде стент ҡуйыла. Ә углерод диоксиды бар процестың көҙгөләге һымаҡ , үтәнән-үтә күренеп тороуына булышлыҡ итә. 

Табиптар заманса технология индерелеүгә шат. Яңы алым тәүге тапҡыр аяҡ тамырҙарына операцияла файҙаланылды.  Киләсәктә был ысулды даими ҡулланыу ҡарала.

Операция өҫтәлендә 61 йәшлек ир, уға атеросклероз диагнозы ҡуйылған. Операция ярҙамында уның тамырҙарын киңәйтеү һәм ҡан йөрөшөн яҡшыртыу талап ителә. Табиптар әйтеүенсә,  эндоваскуляр операцияны углерод диоксиды ҡулланып эшләү пациенттың аяҡҡа баҫыу һәм һауығыу процессын күпкә тиҙәйтәсәк һәм еңеләйтәсәк.

Хәбәрсе. Пациент ауыр  сир арҡаһында бер аяғын ҡырҡтырған, әле табиптар  икенсеһен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә.Шулай уҡ бөйөр менән бәйле проблемалар ҙа бар.  Ә углерод диоксидынан был ағзаға бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. 

Медицина бер урында тормай, яңы, заманса технологиялар индерелә. Углерод диоксиды ярҙамындағы эндоваскуляр операция шуларҙың береһе. Ул бөйөр сирҙәре менән яфаланғандарҙың ҡан тамырҙарын сифатлы итеп дауалау мөмкинлеген аса. 

Рәмзиә Кәримова.