Стәрлетамаҡта клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объектты ваҡытында сафҡа индереү өсөн 650-нән ашыу кеше һәм 70 берәмек техника йәлеп ителгән.

Әлеге ваҡытта төҙөүселәр панель стеналарҙы монтажлау менән мәшғүл, артабан биҙәкләү эштәренә тотонасаҡ. Бер үк мәлдә ҡыйыҡты ҡороу менән бер рәттән, корпустарға елләтеү һәм йылылыҡ системаһы ҡуйыла. Дауахана биләмәһен йәшелләндереү маҡсатында ағастар ултыртыла. Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрлыҡ объект тәүге пациенттарҙы декабрь башында ҡабул итер тип күҙалана. Бында айырым 70 бокс була, учреждениела бер үк ваҡытта 300 кеше дауалана аласаҡ.

Әлеге ваҡытта йылытыу һәм елләтеү системаһын үткәреү тулы ҡеүәттә бара. Шулай уҡ электр кабелдәре һуҙыла, корпустарҙа тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыла. Яҡын көндәрҙә төп фасадтың быялаларын урынлаштыра башлайбыҙ.

Руслан Латипов, участка етәксеһе

Илдар Байбулатов.