Башҡортостанда йәшәүселәр ВИЧ-ҡа тикшерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республикала Бөтә Рәсәй халыҡты тестлау акцияһы тамамланды.   

Сара йомғаҡтары Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактиклау һәм көрәш үҙәгендә барланды. ВИЧ-ҡа экспресс-тест уҙғарыуға 15 минут ваҡыт китә. Был ваҡыт эсендә ауырыуҙы йоҡтороу юлдары һәм иҫкәртеү ҡағиҙәләре тураһында белергә мөмкин.

Тейешле терапия уҙғарған осраҡта ВИЧ-инфекцияһы йоҡтороусылар ҙа йәшәй ала . Был турала Рәсәйҙең 26 төбәгендә – Камчатканан Татарстанға тиклем төбәктәрҙә үтәсәк семинарҙарҙа һүҙ барасаҡ. Мобиль тестлау пукттары 216 ҡала аша үтәсәк. Акция һуңғы йылдарҙа иң күләмлегә әйләнеүгә дәғүә итә. 

Бөгөн беҙ дөйөм алғанда республика халҡының һаулығын ҡайғыртырға тейешбеҙ. Бының өсөн спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Был акция ла кешеләргә һаулыҡты һаҡлауҙың мөһим булыуы тураһында иҫкәртә.

Салауат Харасов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе

Максим Забелин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Акция – мобиль күсмә пункттарҙан ғибәрәт. Уларҙың үҙ төҫө һәм бренды бар.Акцияла 570-тән ашыу кеше ҡатанашып, үҙенең ВИЧ статусын белде.

Максим Забелин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры 

Гөлдәриә Йосопова.