Башҡортостанда тыуым кәмегән

Быйыл 9 айҙа республикала 30 мең 934 сабый тыуған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 720-гә  кәмерәк. Сабыйҙарҙың үлеү осраҡтары ла кәмегән. Быйыл 172 булһа, уҙған йылда 211 үлем теркәлгән.