Ҡариҙел районында ағас эшкәртеү буйынса юғары технологиялы проект ғәмәлгә ашырыла

Предприятие был эш менән 2018 йылдан шөғөлләнә. Инвесторҙар 223 миллион һум йүнәлтеп мебель етештереү өсөн материалдар әҙерләргә ниәтләй. Бының өсөн сеймал кәрәк. Проект "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралды. Республика башлығы Радий Хәбиров бындай башланғыстар буйынса айырым кәңәшмә уҙғарырға тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, Ҡариҙел районына инвесторҙар йәлеп итеү еңел түгел, шуға эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк.