Кушнаренко районында күп функциялы комплекс төҙөлә. Ул яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, автосервис, кафе һәм ҡунаҡхананан тора. Төҙөлөшкә 100 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Проект Республика "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралды һәм хупланды. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн ташламалар ҡаралған.