Октябрь айына һөнәри һалым түләүселәр, йәғни үҙмәжғүлдәр һаны 3 мең ярымға артҡан

Был турала  беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Башҡортостанда бөгөн 29 мең  самаһы кеше үҙмәжғүл статусына эйә, уларҙың 1 мең 700-ө шәхси эшҡыуарҙар. Иң күбе Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама ҡалаларында һәм Өфө районында, иң аҙы Йылайыр, Йәрмәкәй һәм Бөрйәндә. Республикала йыл башынан алып “Һөнәри килемгә һалым” махсус тәртибе ғәмәлдә. Ташламалы һалым ставкаһы 4 һәм 6 проценттан билдәләнгән. Быйыл теркәлгән үҙмәжғүлдәр 12 мең 130 һум күләмендә өҫтәмә һалым бонусы ла ала.