Башҡортостан биатлонсылары Антон Бабиков һәм Эдуард Латыпов Рәсәй йыйылма командаһы составында Донья Кубогында сығыш яһаясаҡ

Ҡарар тренерҙар штабында ҡабул ителгән. Ярыштар 28 ноябрҙә башлана. Ханты-Мансиҙа үткән йыйындарҙа 15 километрға икенсе контроль масс-стартында Антон Бабиков еңеүсе булғайны, Эдуард Латыпов бишенсе һөҙөмтә күрһәтте.