Аҫҡын боҙ мәмерйәһе мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн яраҡлаштырыла

Бындай проект Ростуризм грантына башҡарыла. Архангел районында урынлашҡан мәмерйәгә пандустар, рельстар ҡуйыу һәм туристарҙы урынға тиклем еткерер өсөн ҡаргиҙәр алыу планлаштырыла. Шулай уҡ грант аҡсаһына мәмерйә тураһында документаль фильм төшөрөлә.