Өфөнөң Октябрь районында “Инцидент-менеджмент” программаһы ярҙамы менән бер-нисә етешһеҙлек төҙәтелгән

Бында йәшәүсе Артур Ильясов яр буйы урамында сүп-сар контейнеры ҡуйылған майҙансыҡтың асыҡ булыуы һәм йәйәүлеләр урам аша үтә торған урында асфальт булмауы тураһында хәбәр итә. Мөрәжәғәт “Инцидент” системаһына эшкә алына. Хәҙер  барлыҡ етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.