Уҙған тәүлектә республикала Ковид-19 вирусы йоҡтороуға бәйле 115 яңы осраҡ теркәлде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Пандемия башланған осорҙан сирлеләр һаны 12 меңдән ашты. Бөгөн стационарҙарҙа дауаланған 321 пациенттың 30-ы ауыр хәлдә, 7 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 648 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Тәүлек эсендә сирҙән 51, барлығы 11062 кеше һауыҡҡан. Яңы инфекция ҡорбандарына килгәндә, республикала улар 65-кә етте – һуңғы тәүлектә сирҙән бер кеше һәләк булған. Өфө районында йәшәгән 67 йәшлек ирҙең бөйөр артериялары тромбозы, киҫкен панкреатит һәм 3-сө стадия гипертония сиренән яфаланыуы билдәле.

Гөлдәриә Йосопова.