Балаҡатай районында тиҙҙән бер нисә мөһим социаль объект сафҡа инәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Нөгөш ауылында 1969 йылда һалынған фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы модулле ФАП-ҡа алмаштырыла. Коммуникация үткәрелеп, биләмә тәртипкә килтерелгәс тә пациенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Шулай уҡ күрше Ямаш ауылы балалар баҡсаһындағы төҙөлөш эштәре лә тамамланыу алдында. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Өҫтәл ашъяулығы менән емерек стена ярыҡтарын ҡаплап Нөгөш ауылы фельдшеры пациенттарҙы ҡабул итеү шарттарын яҡшыртырға тырыша. Урындағы ФАП-та 20 йыл эшләгән Ольга Ушакова сафтан сыҡҡан бинала медицина ярҙамын күрһәтеү уңайһыҙ ғына түгел, хәүефһеҙ тип билдәләй. 50 йыл элек төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты түшәмдәренән төҙөлөш материалдары ҡойола, һыу-канализация системаһы ла эшләмәй.

Иҫке ФАП-та пациенттарҙы ҡабул итеү ауыр, ҡатмарлыҡтар етәрлек. Бында халыҡ өҙөлмәй тиергә була. Айырыуса ҡыш көндәрен мөрәжәғәт итеүселәр арта. Нөгөш ауылында 500-ҙән ашыу кеше йәшәй, шулай уҡ 140 бала ошо фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәтләндерелә.

Ольга Ушакова, Нөгөш ауылы фельдшеры

Нөгөштә йәшәүселәрҙең күптәнге теләге бойомға ашырыла, ауылда ошо көндәрҙә яңы ФАП асылыр тип көтөлә. Заманса медицина пунктын йыһазландырыу өсөн кәрәкле ҡоролмалар, дарыу-препараттар килтерелгән.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән ФАП төҙөлөшө тамамланды тип әйтергә мөмкин. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы урындағы халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

Роберт Иштуҡов, Балаҡатай районы үҙәк дауаханаһы баш табибы

Күршеләге Ямаш ауылында ла Балаҡатайҙар яңы социаль объектты асыу тантанаһына әҙерләнә. 95 малай-ҡыҙҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар баҡсаһында район учреждениеларында быға тиклем булмаған шарттар ойоштороу ҡаралған. Кескәйҙәрҙең көндәлеген файҙалы һәм хәүефһеҙ үткәреү өсөн видеокүҙәтеү системаһы, йылы иҙәндәр булдырыла, иркен, яҡты бүлмәләр төҙөлә.

Балалар баҡсаһы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, сөнки иҫке учреждение сафтан сыҡты. Яңыһында спорт залы буласаҡ, балаларға логопед ярҙамы күрһәтеләсәк тип өмөтләнәбеҙ.

Любовь Никитина, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Учреждениела мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар өсөн пандустар һәм уңайлы баҫҡыстар ҡаралған. Саф һауала уйнау өсөн резина ҡатламы менән түшәлгән майҙансыҡтар әле үк әҙер.

Флорида Ким.