Бер аҙна эсендә Башҡортостанда Ковид-19 вирусы йоҡтороусылар 7 процентҡа артҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һуңғы тәүлектә йоғошло сиргә бәйле, 114 яңы осраҡ теркәлеп, пандемия башланған осорҙан сирлеләр һаны 12 210 кешегә еткән. Бөгөн стационарҙарҙа дауаланған 315 пациенттың 32-е ауыр хәлдә, 7 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7368 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Тәүлек эсендә сирҙән 31, барлығы 11093 кеше һауыҡҡан. Яңы инфекция ҡорбандарына килгәндә, республикала улар 66-ға етте – һуңғы тәүлектә сирҙән бер кеше һәләк булған. Өфөлә йәшәгән 61 йәшлек ҡатындың йөрәк, стенкардия, остеопороз  сиренән яфаланыуы билдәле.

Шулай уҡ уҙған тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән 368 кеше ауырыған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә тиклем республикала был тиклем күләмдәге кешенең сирләүе теркәлмәгән.