Павильондарҙа капиталь ремонт ойоштороуға район бюджетынан 670 мең һум аҡса бүленгән. Әлегә бинаның ҡыйығы яңыртылған, тышҡы биҙәкләү эштәре башҡарылған, кәштәләр, электр сымдары, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылған. Биләмәлә асфальт һалынған.
Киләһе йылдарҙа бында парковка урындары булдырыу ҙа күҙаллана. Баҙарҙы ремонтлау мәсьәләһе күптән көн ҡаҙағында торған. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә сауҙа алып барыу өсөн ниһайәт, уңайлы шарттар булдырылды. Хәҙер урамда ла кибеттәр бар. Киләсәктә павильондарға йылытыу торбалары, һыу үткәреү ҙә ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина.