Радий Хәбиров бөгөн “Транспорт сәғәте” ултырышы үткәрҙе

Унда быйыл Өфөлә юл ремонтына йомғаҡ яһалды һәм киләһе йылға бурыстар билдәләнде. 2020 йылда баш ҡалала 54 километр оҙонлоҡта юл ремонтланған. Киләһе йылда 48 километрҙа юл тәртипкә килтерелергә тейеш. Ҙур проекттар араһында 2021 йылда Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аша күперҙәр ремонтлана. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡалала төҙөкләндереүҙе талап иткән урамдарҙы асыҡлап ремонтты үткәрергә кәрәк.