Бының өсөн 229 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо турала бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул ауыл медицинаһын үҫтереү темаһы буйынса Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт2025 йылға тиклем республикала 448 медицина пункты төҙөү планлаштырыла. Башҡортостанда 4 йыл дауамында “Ауыл фельдшеры” программаһы эшләп килә. Ауылға эшкә барған белгестәргә 500 мең һум аҡса түләнә. “Ауылда һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү мөһим дәүләт бурысы”, - тине Радий Хәбиров. 2025 йылға тиклем республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына федераль ҡаҙнанан 15 миллиард һум аҡса бүленә.