Башҡортостанда милли проект ваҡытынан алда үтәлеп килә

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов сығыш яһаны. Ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекә булышлыҡ итеү” милли проекты үтәлеше менән таныштырҙы. Беҙҙең республикала һаҡсыл етештереү алымы буйынса 87 ойошмала 1 мең 400-гә яҡын хеҙмәткәр йәлеп ителгән. План 168 процентҡа үтәлгән. Проектта ҡатнашҡан ойошмаларға эксперттар яғынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, етештереү сифатын яҡштыртыу өсөн льготалы займдар бирелә.