Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләй башлай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был туралағы күрһәтмәгә Республика башлығы ҡул ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, үҙәк медицина системаһын халыҡ менән бәйләп тороусы звено буласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостанда коронавирустан өйҙә дауаланған сирлеләргә бөгөндән бушлай дарыуҙар бирелә башлай. Хөкүмәттең дүшәмбе кәңәшмәһендәге ошо һәм башҡа яңылыҡтар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оло форумдар, кәңәшмәләр, концерттар уҙған «Торатау» конгресс холы бөгөн ҡеүәтле бер сервер ойошмаһын хәтерләтә. Бында хәҙер ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эш башлаған. Медицина белгестәре, ғалимдар коронавирус буйынса халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуап бирә.

Үҙәкте билдәле табип, депутат Римма Үтәшева етәкләй. Ойошма иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, тәнәфес йәки ял көндәре юҡ. Бөтә райондар ҙа экранда күргән телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала.

8(347) 218-19-19

Ситуация үҙәге республика башлығының күрһәтмәһенә ярашлы асылған. Белгестәр коронавирустан дауаланыу, дарыуҙар алыу, анализдар биреү, компьютер томографияһы үтеү йәки ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ документы алыу һымаҡ көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәсәк. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, әле кешеләр күп осраҡта тәү мәғлүмәт алмай аҙаплана.

Бынан тыш, республикала бөгөндән короновирустан өйҙә дауаланған пациенттарға бушлай дарыуҙар таратыла башлай. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 150 миллион һум аҡса бүленгән. Был 20 меңгә яҡын пациентты дауалауға етә. Мохтаждар исемлеген поликлиника табиптары йәки үҙәк белгестәре төҙөй.

Республика башлығы белдереүенсә, әле Башҡортостанда коронавирус менән бәйле хәл ауыр, әммә тотороҡлоҡ һаҡлана. Тик башҡа сирҙәр хаҡында ла оноторға ярамай, юғиһә, үлем күрһәткесе күпкә артасаҡ, тине Радий Хәбиров. Медицинаның тәүге звеноһына 17 миллиард һум аҡса бүленгән. Ҡала-райондарҙа матди-техник базаны нығытыу шарт, 400-ләп фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртыуҙы көтә. Республика етәксеһе яңы йыл байрамдарын ойоштороу буйынса саралар планын да әҙерләргә ҡушты.

Әле иһә төп шарт – битлек режимын күҙәтеү. Эш штрафтарҙа ғына түгел, был сирҙе таратмауҙың, һаҡланыуҙың төп сараһы булып тора.

Радий Хәбиров яңы йыл каникулдарына дарыуҙар запасын туплау бурысын да ҡуйҙы. Бынан тыш, медицина учреждениелары ла пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш. Халыҡҡа ла, етәкселәргә лә байрам кәйефен боҙмау өсөн бар системаның сафта, әҙер булыуы мотлаҡ, тине Республика башлығы.

Рәмзиә Кәримова.