Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт Президиумы ултырышында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләһе ҡаралды. Октябрьский, Күмертау һәм Стәрлетамаҡта йыл аҙағына “Минең бизнес” тигән үҙәктәр асыла. Бының өсөн 26 миллион һум бүленгән. Киләһе йылда ошондай офис Баймаҡта эш башларға тейеш. Бынан тыш, 2021 йылда Сибайҙа “Киләсәк фабрикаһы” тигән бизнес-үҙәк асыла.