Башҡортостанда 1 миллион ярым кеше гриптап прививка эшләткән

Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың 36 ярым проценты вакцинация үткән. Әле төбәктә грипп йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән, ОРВИ менән ауырыусылар артыуы күҙәтелә.