Өфөлә бөгөн элекке министр судта аҙаҡҡы һүҙе менән сығыш яһай

Баш ҡаланың Киров районы судында элекке вице-премьер – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев эше ҡарала. Ул вәкәләттәрен артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепләнә. Тәфтиш версияһы буйынса, министр конкурс үткәрмәйенсә төҙөлөш ойошмаларының береһенә ер биргән. Ошо сәбәпле бюджетҡа яҡынса 53 миллион һум зыян килтерелгән. Бынан тыш, чиновник һатып алыуҙар ойоштормайынса компанияларҙың береһенә келәт бинаһын һатҡан. Экс-министр ғәйебен танымаған һәм зыянды ҡапламаған. Уның мөлкәте тартып алынған.