Юлаевсылар еңеүгә өлгәшә алманы

Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионат барышында Санкт-Петербургта “Салауат Юлаев” һәм СКА араһында уйын үтте. Өфө хоккейсылары беренсе осорҙа дәғүәсе ҡапҡаһына ике шайба индерҙе, әммә уйынды еңеүгә тиклем еткерә алманы. Өҫтәмә ваҡытта 2-3 иҫәбенә отолдо. “Салауат Юлаев” командаһы баш тренеры Томи Ламса һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Артабан юлаевсылар үҙ майҙанында уйындарын дауам итә. 20 ноябрҙә Өфөгә Мәскәүҙән “Спартак” килә.