Башҡортостан Хөкүмәте “Ҡыҙыл пролетарий”ға ярҙам итә

Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәттең Президиум ултырышын үткәрҙе. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “Ҡыҙыл пролетарий” ойошмаһын үҙгәртеп ҡороу барышы ҡаралды. Бында 100 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Заводта яңы техника һәм инновацион ҡорамалдар етештерелә башланы. Ошо көндәрҙә биоҡалдыҡтарҙы ташыу һәм насос-транспорт машиналары өлгөләре заказ биреүселәргә ебәрелгән. Дәүләт яғынан да ойошмаға ярҙам күрһәтелә. Заводта өҫтәмә 72 эш урыны барлыҡҡа килә.