Башҡортостанда мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән 200 балаға компьютер планшеты тапшырылды

“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһендә “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” хәйриә акцияһының икенсе өлөшө башланды. Был юлы компьютер планшеттары дистанцион белем алған өлкән класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, хәйриә акцияһы артабан да дауам итәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Компьютер планшеты алыусылар араһында Күгәрсен һәм Баймаҡ уҡыусылары бар. Электрон гаджет район вәкилдәренә тапшырылды. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Өйҙә уҡырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы быйыл мартта иғлан ителде. Бағыусылар, депутаттар һәм ойошмалар ярҙамында 800-ҙән ашыу компьютер планшеты тапшырылды.