Киләһе йылдарға төп финанс документты ҡабул итеү алдынан ул халыҡ ҡарамағына сығарыла. Был юлы йәмәғәт тыңлауҙары санитар-эпидемиологик талаптарға бәйле интернет аша 3 ноябрҙән 10-на тиклем ойошторолдо. Тәҡдимдәр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡабул ителде. Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, бөтә мөрәжәғәттәр ентекле өйрәнелә, аныҡ тәҡдимдәр иҫәпкә алына һәм йәмәғәт тыңлауҙары буйынса ҡарар әҙерләнә. Киләһе йылдарға ҡаҙна планы менән Финанс министрлығы сайтында ла танышырға мөмкин. Бында “Граждандар өсөн бюджет” тигән бүлектә аңлайышлы һәм асыҡ рәүештә финанс документты баһаларға була.