Йәкшәмбе кис Шафран ауылының Крупская урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға. Был ваҡытта хужалар кәрәк-яраҡтар алыу өсөн ҡалаға киткән булған. Өйҙә олатай кеше ейәнсәре менән ҡала, ә ейәне күршеләргә уйнаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, утҡа электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе тип фаразлана.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, ауыл кешеләре йорттан 62 йәшлек ир менән биш йәшлек ҡыҙ баланы сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло кешенең үлеме ваҡиға урынында уҡ теркәлә. Күп тә үтмәй аңһыҙ килеш дауаханаға оҙатылған баланың да ғүмере өҙөлә. Енәйәт эшен тикшереүҙе тәфтиш идаралығы етәкселеге контролгә алған.