Башҡортостан депутаттары Йәмәғәт палатаһына кандидаттар һайлай

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан 47 кеше тәҡдим ителгән. 9 кандидат талаптарға тура килмәгән, шуға артабан конкурсҡа 36 кеше үткән. Депутаттар ай аҙағында пленар ултырышта 10 кандидат  тәҡдим итергә тейеш. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 30 кешенән тора. 10 кандидатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, тағы 10-һын Республика Башлығы тәҡдим итә.  10 кешене яңы тәғәйенләнгән ағзалар һайлап ала.