Ҡаҙағстан менән бәйләнештәр нығый

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала бөгөн Республика башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ермек Кошербаев менән осрашыуында белдерелде.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, ике республиканы күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Һүҙ хеҙмәттәшлек хаҡында ғына бармай, Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың телдәре, мәҙәниәте, йолалары ла бер-береһенә оҡшаш. Республика башлығы быйыл Башҡортостанда Ҡаҙағстан консулы эш башлауын да белдерҙе, ә хәҙер Нурсолтанда Башҡортостан вәкиллеген асыу буйынса эш бара. Туғандаш республика вәкилдәре «Алға» иҡтисади зонаһы майҙанында полипропилен ептәр һәм полиэтилен селтәрҙәр етештерергә лә ниәтләй.

Әле ике яҡ араһындағы тауар әйләнеше йылына 350-500 миллион доллар тирәһе. Башҡортостан биләмәһендә 37 ҡаҙаҡ компанияһы эш алып бара, беҙҙең тиҫтәләгән предприятие Ҡаҙағстанда үҙ филиалын асҡан. Ермек Кошербаев әйтеүенсә, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек Ҡаҙағстан өсөн бик мөһим һәм уның үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү йүнәлештәре күп. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытырға була. Аныҡ проекттар ҙа бар. Мәҫәлән, беҙҙең инвесторҙар «Алға» иҡтисади зонаһында эш башлай, шул уҡ ваҡытта бик күп Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстанда үҙ проекттарын тормошҡа ашыра.

Ермек Кошербаев, Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе

Рәмзиә Кәримова.