Быйыл Өфөнөң 59 участкаһында дөйөм оҙонлоғо 54 километрҙан ашыу юл ремонтланған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бынан тыш, «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер, 8-се март һәм Комсомол урамдарын, Көнсығыш сығыу юлын төҙөү дауам итә.

«Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә баш ҡаланың транспорт һәм юл инфрастуктураһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфө матур яҡҡа үҙгәрә башланы, һуңғы эштәр халыҡта ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Киләһе йылда ла 48 километрҙа юл тәртипкә килтерелергә тейеш. Башҡортостан башлығы ҡалала төҙөкләндереү талап иткән урамдарҙы асыҡлап ремонт үткәреү мөһимлеген белдерҙе.