Пандемия башланғандан алып, сирлеләр һаны 12 мең 565 булды. Был сирҙән вафат булыусылар артыуы күҙәтелә. Уҙған көн бер кеше үлгән. Коронавирус ҡорбандары 69-ға етте. Әйткәндәй, был минуттарҙа республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында онлайн брифинг башланып тора. Уны ведомствоның рәсми сайтында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡарарға була.