Өфөлә Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы хөкөм ителде

Баш ҡаланың Октябрь районы судында химия фәндәре докторы Усейн Джемилев эше ҡаралды. Ул мутлашыуҙа ғәйепләнә. Ғалим Нефть химияһы һәм катализ институтын етәкләгән ваҡытта яҡын туғанына ике бүлмәле фатир алған. Һуңынан уны һатып аҡсаһын үҙенә алған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Федераль именлек хеҙмәтенән. Суд ҡарары буйынса Усейн Джемилев бюджетҡа аҡса ҡайтарырға тейеш.