Ошо көндәрҙә Өфөлә өлкә делегацияһы булды. Улар Зубов ауылы янында инфекция үҙәге менән танышты. Артабан Курск вәкилдәре Стәрлетамаҡта ковид-госпиталь төҙөлөшөн ҡараны. Беҙҙең республиканың инфекция дауаханаларын тиҙ арала төҙөү тәжрибәһе күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Быға тиклем Өфөлә алты төбәк вәкилдәре булып китте.