Ковид-госпиталдә эшләүселәргә тәмлекәстәр тапшырылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Өфөнөң 5-се ҡала дауаханаһы ковид-госпиталендә эшләүселәргә тәмлекәстәр тапшырҙы.

«Беҙ бергә!» акцияһы бөтә ил буйынса эшләй. Колл-үҙәккә ҡалдырған мөрәжәғәттәр буйынса төбәк дауаханаларына Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары кәрәкле әйберҙәрҙе илтә. Мәҫәлән, коронавирус таралған ваҡыттан алып акция партнерҙары уларға 10 тонна һыу, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, кондитер һәм һөт ризыҡтары, бал, кофе, сәй алып барған.

Был юлы медицина хеҙмәткәрҙәренә эшҡыуарҙан бал, халыҡ фронты төбәк штабынан алма, кондитер ризыҡтары һәм сәй тапшырылды. 5-се дауахана госпиталендә әле 170 ауырыу дауалана. Белгестәр билдәләүенсә, пациенттарҙың күбеһе оло йәштәгеләр.

Рәмилә Исмәғилева.