Пандемия осоронда һатып алыусыларҙы юғалтмаҫ өсөн эшҡыуарҙар ассортименттарҙы яңырта.
«Дәүләт икмәге» бренды менән билдәлек яулаған Надежда Дәүләтова ла заман менән бергә атлай. 17 йыл дауамында уның предприятиеһы 150-нән ашыу төр икмәк-булка, кондитер изделиелары, туңдырылған ярымфабрикаттар һәм салаттар етештерә. Уларҙы әҙерләү өсөн көн һайын 2 тонна он, 200 килограмм йәшелсә һәм емеш-еләк, 400 дана йомортҡа, 30 килограмм ит ҡулланыла. Йүнсел ханым дүрт тиҫтәнән ашыу кешене эш урындары менән дә тәьмин иткән. Әммә һыу өҫтөндә ҡалыу өсөн яңы-яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү мөһим. Был айырыуса әлеге иҡтисади яҡтан ҡатмарлы шарттарҙа. Шуға ла ошо көндәрҙә Шаранда мармелад, башҡорт бауырһағы һәм сәк-сәк етештерелә башлаған.
Предприятиеның юғары ҡаҙаныштары ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә лә билдәләнде. Алдағы йылдарҙан айырмалы был юлы ул һәр ауыл биләмәһендә ойошторолдо. Тантаналарҙа тармаҡ алдынғалырына юғары дәүләт наградалары тапшырылды.
Шарандар быйыл бураларға 80 мең тоннаға яҡын ашлыҡ һалған. Икмәк үҫтереүҙә райондың фермер-крәҫтиән хужалыҡтары ла тос өлөшө индергән. Шәкәр сөгөлдөрө лә мул табыш биргән. Уңыш серен етәкселәр ауыл кешеһенең тырыш хеҙмәте һәм техника паркының даими яңырып тороуы менән аңлата. Мәҫәлән, «Иҙиәтуллин» хужалығы быйыл ғына 30 миллион һумлыҡ техника һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.
Илдар Байбулатов.