Өфөлә кейемдәрҙе йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Акция «Кейемдәргә икенсе ғүмер бүләк ит» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Һауыттар баш ҡаланың ике урынында әле үк бар, яҡын арала тағы өсәү урынлаштырыласаҡ. Әйберҙәрҙе нисек дөрөҫ итеп тапшырырға һәм улар ҡайҙа эшкәртеләсәк? Һорауҙарға яуапты БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова эҙләне.

Үҙ ҡулдары менән юрған, сумка, иҫтәлекле бүләктәр һәм картиналар. «Твердая почва» хәйриә фонды оҫтаханаһына психик үҫештәре тотҡарланған кешеләр йөрөй. Бында улар сеймалға ебәрелгән әйберҙәргә икенсе ғүмер бирә, тип әйтергә лә мөмкин.

Төп бурыс – бер әйберҙе лә ташламаҫҡа, уларҙы тағы бер ҡабат ҡулланыу өсөн яңы сифатҡа күсерәбеҙ: һүтәбеҙ, тегәбеҙ һәм үтекләйбеҙ. Кешеләр «Кейемдәргә икенсе ғүмер бүләк ит» акцияһына әүҙем ҡушыла.

Галина Иванова, оҫта

Кейемдәр шкафында ревизия үткәргәндән һуң, һәр саҡ тар, моданан сыҡҡан, йәки кейелмәгән әйберҙәрҙе табырға мөмкин. Улар менән файҙалы һәм экологик яҡтан дөрөҫ итеп хушлашыу тураһында «Твердая почва» ирекмәндәре яҡшы белә. Хәйриә фонды бер нисә йыл дауамында төрлө сифаттағы кейемдәрҙе йыйып, икенсел сеймалға ебәреү, мохтаждарға ярҙам итеү менән шөғөлләнә.

Мамыҡтан тегелгән әйберҙәр, әлбиттә, тиҙ тарҡала, ҡалған туҡымаларҙан эшләнгәндәре кеше ғүмеренән дә оҙағыраҡ серей. Беҙҙең маҡсат – кейемдәрҙе сүплеккә ташлау яҡшылыҡҡа килтермәй икәнлеген аңлатыу. Һәр әйбергә икенсе ғүмер бүләк итергә мөмкин.

Снежанна Йәнгилдина, «Кейемдәргә икенсе ғүмер бүләк ит» проекты етәксеһе

Быйыл социаль әһәмиәтле проект Башҡортостан Башлығы һәм Республиканың Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды грантын ота. Был аҡсаға «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге һәм «Үҙәк баҙар» сауҙа үҙәге майҙандарына махсус контейнерҙар урынланлаштырыла. Яҡын арала тағы өсәү сафҡа инәсәк, ти проект авторы. Бынан тыш, төрлө ойошмаларға ла күсмә контейнерҙар ултырыу планлаштырыла. Акцияға һәр кем ҡушыла ала, иң мөһиме кейемдәр таҙа һәм полиэтилен пакеттарҙа булырға тейеш. Әйберҙәр тарҡалмаһын өсөн ойоштороусылар төргәктәрҙе бәйләргә һорай.

Мохтажлыҡ кисереүселәргә һәм янғындан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелә. Шаршамбы һайын иртәнге сәғәт 11ҙән көндөҙгө 4кә тиклем «Твердая почва» хәйриә фондына килеп бушлай кәрәк-яраҡ алырға мөмкин. Бының өсөн үҙең менән мохтажлыҡты раҫлаусы белешмә булыу талап ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ВтораяЖизньВещей.Рф сайтында табырға мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова.