Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы «Аврора» йәш һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге уҡыусылар өсөн өс аҙналыҡ интенсив уҡыуҙар тәҡдим итә.
23 ноябрҙә старт алған курстар 12 декабргә тиклем дауам итә. Күп профилле ҡышҡы сменала видеформатта 240 тан ашыу дәрес яҙҙырыласаҡ. Уларға 16 йүнәлештә 37 уҡытыусы йәлеп ителәсәк. Быға тиклем 120 дәрес кенә үткәрелгән булһа, хәҙер уларҙың күләме ике тапҡырға арта.
Видеодәрестәрҙе интернет бәйләнеше булған һәр үҫмер тәүлек әйләнәһенә өйрәнә ала. 16 йүнәлеште үҙ эсенә алған интенсив дәрестәр уҡыусыларға олимпиадалар, сығарылыш имтихандары кеүек һынауҙарға ентекле әҙерләнеү өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Гүзәл Борханова.