Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡта инфекция үҙәге төҙөлөшө барышы буйынса эшсе кәңәшмә уҙғарҙы. Бөгөнгә объектта корпустар буйынса сэндвич-панелдәр ҡуйыу, ҡорамалдар өсөн майҙандар әҙерләү эштәре бара, елләтеү, электр тәьминәте, йылылыҡ селтәре һәм торба үткәргестәр системалары монтажлана. Бер үк ваҡытта корпустарға тәҙрәләр һәм витраждар ҡуйыла, юлдарға яҡтыртыу бағаналары урынлаштырыла.
Объектта әле ҡаҙанлыҡ ҡуйылған, ул тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Төҙөлөштө ноябрь аҙағына тамамлау, тәүге пациенттарҙы 1 декабргә ҡабул итеү планлаштырыла. Медицина персоналы ла туплана. Ҡаланың инфекция дауаханаһы һәм башҡа медицина учреждениеларынан белгестәр йәлеп ителә. Ошо көндәрҙә буласаҡ госпиталгә медицина ҡорамалдары килтереләсәк.
Госпиталь юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге биргән заманса аппараттар менән йыһазландырыласаҡ. Кәңәшмәлә Андрей Назаров алдағы шәмбе объектҡа йыйыныуы тураһында әйтте һәм төҙөүселәрҙе эште ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ тамамларға саҡырҙы.