Бөтә Рәсәй конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамланды. Республика унда иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Төбәк брендына дәғүә итеүсе тауар етештереүселәрҙең береһе менән БСТ каналы хәбәрселәре лә осрашты.
Яңы һуйылған иттән хеҙмәткәрҙәр ҡаҙылыҡ әҙерләй. Боронғо рецепт һәм заманса технологиялар милли ризыҡты төбәк бренды кимәленә күтәрергә мөмкинлек бирә. Тәмле ҡаҙылыҡ әҙерләүҙең төп шарты йәш йылҡы малы ите. Предприятие уны фермерҙарҙан һатып ала.
Тәмләткестәрҙән тоҙ, ҡара борос, зира һәм бер аҙ һарымһаҡ ҡушыла. Махсус мейестә бешерелгәндән һуң, ҡаҙылыҡ ыҫлана. Бының өсөн ерек ағасы таптары ҡулланыла. Тәм көсәйткес йәки шыйыҡ төтөн кеүек яһалма химик матдәләр бөтөнләй ҡушылмай.
Ҡаҙылыҡ элек-электән халҡыбыҙҙың табыны түрендә. Әле ул тотош республиканың ҡаҙанышы. Шуға ла «Рәсәй тәме» конкурсында тап ҡаҙылыҡ менән ҡатнашырға булдыҡ, – ти предприятие етәкселеге.
Ҡаҙылыҡтан тыш, төбәк брендына ҡорот, талҡан, шифалы үлән сәйҙәре һәм Башҡорт балы дәғүә итә. Ғөмүмән республика, Рәсәй тәмендә ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә.
Төбәк бренды конкурсының һуңғы этабында интернет тауыш биреү ойошторола. Еңеүселәрҙе ҡулланыусылар һайлап аласаҡ. Төбәк бренды исемен яулаған етештереүселәргә федераль кимәлдә баҙарға сығыу мөмкинлеге бирелә. Уларға билдәле маркетологтар ярҙамға киләсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.