Республикала 1 мең 400-ҙән ашыу кешегә битлек кейеү тәртибен боҙған өсөн штраф һалынған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала халыҡ күпләп йыйылған 8 мең 700-гә яҡын урында рейдтар үткән. Битлек кеймәгән өсөн 3 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал. Табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина әйтеүенсә, медицина битлеге сирҙе таратмауға булышлыҡ итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт