Республикала “Йыл һөнәрсеһе” конкурсы үтә

Унда үҙмәшғүлдәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм ҡул оҫталары ҡатнаша ала. Конкурс бер нисә номинацияла үткәрелә. Балсыҡтан әүәләү, ҡорама ҡорау, милли костюм тегеү, ағастан һырлау һәм башҡа оҫталар асыҡлана. Заявкалар 2 декабргәсә ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү декабрь урталарында үтә, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан.