Республикала Башҡорт теле көнөнә әҙерлек башланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала ижтимағи-мәҙәни һәм белем биреү саралары үткәрелә. Бойороҡҡа ярашлы ойоштороу комитеты булдырылды. Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә билдәләнә. Был дата былтыр Радий Хәбиров указы менән рәсми индерелде.