“Башҡортостан лидерҙары” конкурсында еңеүсе юғары вазифаға тәғәйенләнде

Айрат Сабиров Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары итеп раҫланды. Айрат Сабировҡа 36 йәш,  Благовещен ҡалаһында тыуған, Өфө дәүләт авиация техник унирвеситетын тамамлаған. Транспорт һәм юл хужалығы министрының яңы урынбаҫары тимер юл, эске һыу һәм һауа транспорты эше өсөн яуаплы була.