Республикала кибер енәйәттәр һаны арта

Ошо көндәрҙә Өфөлә йәшәүсе ҡатындың картаһынан 40 мең һум аҡсаһы юғалған. Уға “банк хеҙмәткәре” булып шылтыратыусы, мутлашыусылар аҡсаһын урларға маташыуҙары тураһында белдергән. Ялған “банк хеҙмәткәре” кәңәштәрен  үтәгән ханым аҡсаһыҙ ҡалған. Эске эштәр министры урынбаҫары, баш тәфтиш идаралығы етәксеһе Олег Олейник бындай шылтыратыу ҡабул иткәндә атҡарылырға тейеш аҙымдар менән таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл 7 ай эсендә  генә 6 мең ярымдан ашыу бындай осраҡ теркәлгән. Уҙған  йыл менән сағыштырғанда 33 процентҡа күберәк. Был тәү сиратта граждандарҙың финанс белеме түбән булыуы менән бәйле, тип белдерәләр эске эштәр министрлығынан.