Республика сит илдәр менән сауҙа хеҙмәттәшлеген нығыта

Башҡортостандан сеймал булмаған экспорт географияһы киңәйә. Был хаҡта Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. Хәҙер республикала етештерелгән тауарҙар тағы  10 ил - Гондурас, Уругвай, Гватемала, Эквадор, Мьянма, Шри-Ланка, Сүриә, Иордания, Марокко һәм Венесуэлаға оҙатыла.   Экспорт географияһы  “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт ” милли проекты сиктәрендә киңәйтелә.