Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Рәсәй тимер юлдары” ойошмаһы етәксеһе Олег Белозеров менән осрашыуында ошо турала һөйләшеү булды. Яҡын арала вокзал бинаһы тулыһынса әҙер булырға тейеш. Пассажирҙар залы ремонтланды, инженер селтәрҙәре алмаштырылды. Киләһе йылда вокзал платформалары тәртипкә килтерелә, ер аҫты үткәүеле оҙонайтыла.